Башҡортостанда 209 километрҙан ашыу юл ремонтланған

Быйыл Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 209 километрҙан ашыу юл ремонтланған. Был уҙған йылға ҡарағанда 15 процентҡа күберәк. Ошо маҡсатҡа 10 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән 6 миллиард ярымы федераль бюджеттан.

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында үткән матбуғат конференцияһында юл эштәрен башҡарыуға яҡынса йомғаҡ яһалды. Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында эш төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа башҡарылған. Шулай уҡ быйыл милли проект буйынса Бәләбәй, Ғафури, Иглин, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел һәм Күгәрсен райондарында 7 күпер норматив хәлгә килтерелгән. Оҙонлоғо буйынса был 2022 йылға ҡарағанда ике тапҡыр тирәһенә күберәк.

Быйыл милли проект буйынса 200 километр юл сафҡа инергә тейеш булһа, 209 километр файҙаланыуға тапшырылды. Шулай уҡ 851 күпер ҡоролмаһы асылды. Киләһе йылға 4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала. Әммә был сумманы сик түгел. Әлеге ваҡытта федераль юл агентлығы менән финанстарҙы арттырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.

Любовь Минакова, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары

Йәмәғәт советы транспорт һәм юл хужалығы министрлығының быйылғы эшмәкәрлегенә ныҡлы дүрт билдәһе ҡуя. Сөнки еңел булмаған шарттарҙа эшләргә тура килде, ҙур күләмдә финанстар бүленде, объекттар ҙа күп булды. Беҙҙең ҡарамаҡҡа министрлыҡ был эштәрҙе уңышлы бойомға ашырҙы.

Рөстәм Баязитов, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ