Өфөлә юғалған кешеләрҙе табырға ярҙам итәсәк «Амулет» проекты эшләй башланы

Изге башланғыс. Юғалған кешеләрҙе эҙләү буйынса Мәскәүҙәге үҙәк «Лиза Алерт» эҙләү отряды менән берлектә Башҡортостанда «Амулет» хәүефһеҙлек беләҙектәре проектын тормошҡа ашыра башлай. Улар хәүеф төркөмөндә булған граждандар, тәү сиратта, хәтер юғалтыуҙан яфаланыусылар, менталь үҙенсәлектәре булған балалар һәм өлкәндәргә тәғәйенләнгән. Тиҙҙән тәүге дүрт мең беләҙек Өфөгә килтерелә. Производствола финанс ярҙамды «Пятерочка» сауҙа селтәре күрһәткән. Һәр беләҙеккә махсус чип ҡуйылған, тышҡы яҡтан QR-коды бар. Ҡушымта аша кеше тураһында тейешле мәғлүмәт, шул иҫәптән бәйләнеш телефоны индерелә.

Акция тураһында күберәк кеше белеүен теләйбеҙ. Киләһе айҙа мәғлүмәт еткереү эше менән әүҙем шөғөлләнергә ине. Маҡсат бер - хоҡуҡ һаҡсылары, медицина хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ябай граждандар урамда йөрөгән беләҙекле кешене күреү менән уның янына килеп ярҙам кәрәк булыу-булмауын һорашырға тейеш.

Николай Сынковский, «Лиза Алерт» эҙләү отряды төбәк вәкиле

Беләҙек кешеләргә тиҙерәк өйөнә ҡайтырға ярҙам итәсәк. Проект авторҙары - Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән хеҙмәттәшлек итергә йыйына, ведомство мохтаждарҙы асыҡларға ярҙам итәсәк. Быға тиклем беләҙектәр Һамарҙа таратылған. Уҙған оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров та төбәк кимәлендә проектты хупларға саҡырҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ