Башҡортостан радиоһы һәм телевидение йылъяҙмаһына үҙ исемен хеҙмәте аша алтын хәрефтәр менән яҙған хеҙмәттәшебеҙ Шәүрә Ғилманова 70 йәшен билдәләй. 50 йыл ғүмерен ул тап тармаҡ үҫешенә арнаған шәхес. Бөгөн дә юбиляр республика радио-телевидениеһын үҫтереү менән бергә, уның тарихын яҙыу эшен алып бара. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Шәүрә Ғилманова өсөн ваҡыт төшөнсәһе үтә ҡәҙерле. Һәр сәғәте, минуты алдан иҫәпләнгән. Әле лә ул бер төркөм уҡыусыларға Башҡортостан радиоһы һәм телевидение тарихын һөйләй. Тармаҡ үҫешенә ул үҙе ярты быуат ғүмерен арнаған.
Шәүрә Ғилманованың хеҙмәт юлы радионан башлана. 16 йыл эсендә төрлө вазифаларҙы биләгәндән һуң, 1990 йылда телевидениеға эшкә килә. Тап уның башланғысында тормошҡа ашырылған проекттар бөгөн тотош Башҡортостан телевидениеһының йылъяҙмаһын күҙ алдына баҫтыра. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы халыҡ араһында "Мостаевсы" булараҡ та абруй ҡаҙанған.Ул Мостай Кәрим фәлсәфәһен айырым тапшырыуҙар аша әҙәбиәт һөйөүселәргә еткергән берҙән-бер журналист. Күләмле эш артында ниндәй матди-техник ҡоролмалар файҙаланылыуын бөгөн тик айырым музейҙарҙа ғына күрергә мөмкин.
Ул йылдарҙа техник йыһаздар нисек кенә ауыр булмаһын, журналист бер ҡасан да зарланмаған. Халыҡҡа сифатлы тапшырыуҙар төшөрөп күрһәткән. Бөгөн һәр кадр тарих. Шәүрә Ғилманова тап шуларҙы туплау, айырым стенд эшләп күргәҙмәгә сығарыу менән бергә, йәштәрҙе уҡыу-уҡытыу эшен яйға һалған.
Мәктәп-студияһы аша ике меңдән ашыу кеше өҫтәмә белем алыуға өлгәшкән. Әле был эштең башы ғына, ти телевидение һәм радио академигы. Ирешкән уңыштар менән генә сикләнмәй алдына тағы ла мөһим бурыстар ҡуя. Архивты һанлы форматҡа күсереү шуларҙың береһе.
Азат Ғәлиуллин



