Ул Рус драма театры янындағы майҙанда ойошторола. Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артистары, шулай уҡ “Бишбармаҡ” оркестры сығыш яһай. Тамашасыларҙы Өфө Ҡыш Бабайы һәм Ҡарһылыу сәләмләй. Программа 31 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа башлана, 1 ғинуарҙа төнгө 2-лә тамамлана. Баш ҡалала төнгө сәғәттәрҙә лә йәмәғәт транспорты йөрөй.







