Һөнәри байрамдары менән уларҙы республика башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡотҡарыу подразделениелары ашығыс ярҙам күрһәтеү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ышаныслы оператив хеҙмәт булып тора.
Үҙ-ара килешеп эш итеү, юғары профессионализм, тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ, иң ауыр, хәүефле шарттарҙа үҙ бурысын үтәргә, бәләгә тарыған һәр кемгә тиҙ ярҙамға килергә әҙер булыуҙары арҡаһында ҡотҡарыусылар республика халҡының хөрмәтен яуланы, тигән республика етәксеһе үҙенең ҡотлауында. Ул хеҙмәткәрҙәргә һәм ветерандарға рәхмәт белдереп, артабан да ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә халыҡты яҡлау гаранты булып ҡалыуҙарын теләне.






