Баймаҡ ҡалаһының төп шыршыһында яңы йыл уттары ҡабынды

Ҡаланың үҙәк майҙанында боҙ майҙансығын асыу тантанаһы шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡала халҡына яңы йыл кәйефе бүләк иткән 17 метрлыҡ ҡупшыҡай быйыл Юлыҡ ауылынан килтерелде. Шыршы, йыл символы ‐ аждаһа һәм башҡа боҙ һындары, һырғалаҡтар - яңы йыл кәйефе бүләк итә. Төп шыршы майҙансығын рәсми асыуға тиклем үк балалар был урында шат ауаздарға күмде.

Йола буйынса Яңы йыл шыршыһын асыу тантанаһы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша менән үрелеп барҙы. Сараға килгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре әкиәт геройҙары менән шыршыҡайҙы ҡотҡарҙы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Йыл хужаһы - Аждаһа етеп килгән 2024-се йылдың ниндәй булыуы хаҡында һөйләне. Балалар төрлө әкиәт геройҙары менән уйнап-көлөп ҙур кинәнес алды.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ