Баш ҡалала «Университет импульсы 2.0» акселераторы еңеүселәре бүләкләнде

Микробиологтар өсөн онлайн-ярҙамсы, ташламалы тауарҙар менән ҡушымталар. Был - Өфө студенттары асышы. Баш ҡалала «Университет импульсы 2.0» акселераторы еңеүселәре бүләкләнде. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге ойошторған бәйгегә 74 проект тәҡдим ителгән.

Акселератор бер нисә этапта үтте. 9 еңеүсе дөйөм алғанда 5 миллион һумдан ашыу аҡса алды. Проектарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн сығымдарҙың 20 проценты республика бюджетынан, ҡалғаны Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы университеттар тарафынан бүленгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ