Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең перспективалы ҡулайламаһы «Газпром» компрессор станциялары өсөн булдырылған. Тәжрибә сәнәғәттә файҙалана башлауҙы көтә. Яңы модель 25 мегаватт ҡеүәткә эйә. Был тәү сиратта, зәңгәр яғыулыҡты транспортировкалауҙа яңы мөмкинлектәр аса.
Яңы двигателдең энергияһә күпкә һөҙөмтәлерәк, экологик характеристикаһы ла яҡшыраҡ. Был газ тармағы өсөн «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе»нең продукцияһына ихтыяжды арттыра.






