Ғафури районы Красноусол ауылы мәҙәниәт йортонда күренекле яҙыусы Гөлнур Яҡупованың 75 йәшлек юбилейы уңайынан ижад кисәһе ойошторолдо. Уҡымлы проза әҫәрҙәре ижад иткән, 20-нән ашыу китап авторы булған талант эйәһен яҡташтары йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та белә.
Яҙыусы ике тиҫтә йылдан ашыу тыуған Ғафури районында мәктәп уҡыусылары араһында «Өмөтлө ҡәләм» тип исемләнгән әҙәби бәйге уҙғара, һөнәр серҙәре менән генә уртаҡлашып ҡалмай, йәш быуында нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй.
Байрамда әҙәбиәт һөйөүселәр арҙаҡлы яҙыусының ижадына байҡау яһаны, әҙибәне яҡташтары, туғандары һәм дуҫтары ҡотланы. Быйыл Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар» трилогияһы халыҡ һорауы буйынса ҡабаттан нәшер ителгән. Шулай уҡ әҫәрҙең рус телендә донъя күреүе әҫәрҙе ил кимәленә сығарҙы.



