Ул ике төп темаға - Өфөнөң 450, ә Александр Волковтың «Зөбәржәт ҡалаһы тылсымсыһы» повесеның 85 йыллығына арналған. Боҙ ҡаласығын асыу тантанаһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ҡатнашты.
Динә исемле аждаһа балаһы, малай-ҡыҙҙар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Бының өсөн улар бейеү өйрәнә. Байлыҡ эҙләп йөрөүсе пираттарҙың байрам кәйефен боҙорға теләүе лә ҡамасауламай. Диңгеҙ юлбаҫарҙарының йомаҡтарына дөрөҫ яуап ҡайтарып, балалар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршы алды.
Сағыу тамаша өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырманы. Бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ, ти улар.
Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда асылған боҙ ҡаласығын ике һырғалаҡ, шыршы, иллюминациялар биҙәй. Ингән урында ҡунаҡтарҙы боҙҙан яһалған Өфө ҡәлғәһе ҡаршылай, был һын баш ҡаланың етеп килгән 450 йыллыҡ юбилейына бағышланған. Шулай уҡ Александр Волковтың 85 йыл элек яҙылған «Зөбәржәт ҡалаһы тылсымсыһы» повесы геройҙары, киләһе йыл символы - аждаһа фигуралары ҡуйылған. Боҙ ҡаласығын тантаналы асыу күңелле музыка һәм ҡыҙыҡлы постановка оҙатып барҙы. Байрам саралары бының менән генә сикләнмәй.
Боҙ ҡаласығы эргәһендә шыршы баҙары ла эшләй. Баш ҡала халҡы Яңы йыл биҙәге - ҡупшыҡайҙарҙы һатып алырға ашҡына. Бында шыршы, ҡарағай, аҡ шыршы ботаҡтары тәҡдим ителә.
Шау-гөр килгән боҙ ҡаласыҡтарында һәр кис сағыу уттар, гирляндалар уты яна.
Әлфинә Килдейәрова






