«Теләктәр шыршыһы» хыялдарҙы тормошҡа ашыра

Күләмле акция сиктәрендә Өфөнөң Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ике бала бүләкләнде. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов Дәүләкәндән Ульяна Горбунованың теләген үтәп, заманса гаджет - «Аҡыллы колонка» тапшырҙы.

Туймазынан 6 йәшлек Алан Базитовҡа килгәндә, ул радио менән идара итеү мөмкинлеге булған танк тураһында хыялланған, ҡустыһына ла уйынсыҡ һораған. Балалар бүләктәрен алғандан һуң әсәләре менән бергә театр буйлап экскурсияға саҡырылды, гримерҙарҙың эше, репетициялар залы, ҡурсаҡтар музейы менән танышты. Һуңынан йәш ҡунаҡтар «Щелкунчик» спектаклен ҡараны.

Улым бүләккә ныҡ ҡыуанды. Атаһы кеүек хәрби булырға теләй, шуға ла «Теләктәр шыршыһы»нда танк һораны. Бынан тыш, ҡустыһына ла бүләкле булды. Акцияны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.

Эвелина Базитова
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ