Журналист Ришат Миндияров вафат булған

Журналист, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияров вафат булды. Был турала телеканал коллективы хәбәр итә. Ришат Миндияров ғүмерен журналистикаға бағышлай. Радиола тәүге тәжрибәһен 1991 йылда Башҡорт дәүләт университеты студенты булғанда ала. "Радио-2" каналын булдырыуҙа ҡатнаша, башҡорт телендә тапшырыуҙар алып бара. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Сәләм" программаһы авторы һәм алып барыусыһы була, яңылыҡтар хеҙмәтенең башҡорт редакцияһын етәкләй. 2016 йылда Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә күсә. Мәрхүм менән хушлашыу урыны һәм ваҡыты һуңыраҡ билдәле була.

Фото №1 - Журналист Ришат Миндияров вафат булған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ