Уны Архив эштәре буйынса идаралыҡ һәм Милли архив әҙерләгән. Баҫмала ауыл-ҡалаларҙағы юбилей даталар, предприятиелар, ойошмалар тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелгән. Киләһе йылда Өфөнөң 450 йыллығы, Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл, Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу билдәләнә. Хеҙмәт ветераны, Милли костюм, Умартасы, Сәнәғәт хеҙмәткәре, Башҡорт теле көнө һәм башҡа республика байрамдары тураһында мәғлүмәттәр бирелгән.







