Яңы йыл алдынан күркәм йола буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев журналистар менән осрашты. Яңы йыл алдынан күркәм йола буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев журналистар менән осрашты. Республика парламенты спикеры 2023 йыл республика өсөн еңелдән булманы, шуға ҡарамаҫтан депутат корпусы ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы атҡарып сыҡты тип билдәләне.
Осрашыу барышында парламент тематикаһы буйынса иң яҡшы материал авторҙарына дипломдар, рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында пралмент делеацияһының Беларусь республикаһынаың Гомель өлкәһенә эшлекле сәфәре һөҙөмтәһендә төшөрөлгән видеорепортаж авторҙары төркөмө -»Яңылыҡтар» программаһының баш белгесе Гөлдәриә Йосопова, оператор Булат Закирйәнов, ҡораусы-режиссеры Гөлшат Вәлиева бар. Шулай уҡ коллегабыҙ - махсус хәбәрсе Лилиә Мәҡсүтова диплом менән бүләкләнде.
Осрашыуҙа республика гәзит-журналдары хәбәрселәре, радио һәм телевидение журналистары депутаттар менән аралашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.






