Өфө районында урындағы хакимиәт ярҙамы менән ун ике кешенән торған ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты

Бер быуатлыҡ йорттан яңыһына. Өфө районында урындағы хакимиәт ярҙамы менән ун ике кешенән торған ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл башында федераль каналда «Халыҡ фронты» амбассадоры Юлия Барановская Сөләймәновтарҙың авария хәлендәге өйҙә йәшәүен фашланы. 36 квадрат метр майҙанда көн иткән күп балалы ғаиләлә ҡунаҡта БЮТ ижади төркөмө лә булды.

Яңы йыл алдынан һәр кем мөғжизә булырына ышана. Сөләймәновтар ғаиләһе лә байрамды яңы йортта ҡаршыларға теләй. Ә әлегә ата-әсәгә ун бала менән уңайһыҙ шарттарҙа - 36 квадрат метрҙа майҙанда йәшәргә тура килә.

Бер быуат элек төҙөлгән ағас йорт инде күптән авария хәлендә. Ғаилә башлығы билдәләүенсә, ремонт эшләүҙән фәтеүә юҡ. Обойҙар аҡтарылған, ишек-тәҙрәнән һыуыҡ бәрә. Балалар күп булғанға бәләкәй генә аш-һыу бүлмәһендә лә алма төшөрлөк урын юҡ. Өҫтәл артында сиратлап ашарға, сиратлап дәрес эшләргә тура килә.

Йыл башында Анастасия һәм Айнур Сөләймәновтарҙың ғаиләһе йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөһимлеге менән Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына мөрәжәғәт итә. Урындағы хакимиәт менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә проблеманы хәл итеү юлдары барлана. Һөҙөмтәлә маневрлы торлаҡ фондынан ҙур йорт бүленә. Тиҙҙән ғаилә Михайловканан яҡында ғына урынлашҡан Миловка ауылына күсенә.

Ғаиләгә хакимиәт тарафынан Михайловка ауылы биләмәһенән бер нисә торлаҡ тәҡдим ителгәйне, Миловкалағы йортто улар үҙҙәре һайлап алды. 107 квадрат метр майҙандағы өйҙә косметик ремонт эшләнгән, барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Иң мөһиме - аш-һыу бүлмәһе лә иркен, ҙур.

Виталий Брыкин, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе

Балалар йортҡа инеү менән баҫҡыстан күтәрелеп, икенсе ҡатты ла йүгереп тигәндәй ҡарап сыҡты. Ғаилә шатлығын йәшермәй. улар өсөн был көтөп алынған ваҡиға.

Урындағы хакимиәт тарафынан балаларға Яңы йыл алдынан тәмле бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне. Йорт шул уҡ секундта кескәйҙәрҙең шат тауышына күмелде. Бына бит ул Яңы йыл мөғжизәһе.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ