Башҡортостанда ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлеге тергеҙелде

Саҡмағош районындағы элекке «Сәрмәсән» предприятиеһы Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы филиалы булараҡ эшләйәсәк. Яңы асылған фабрика йылына 780 тоннаға тиклем хәләл ҡош итен етештерергә ниәтләй. Предприятие эше менән БЮТ ижади төркөмө танышты.

Ҡошсолоҡ фабрикаһында үрсетелгән себештәргә әле ни бары өс көн. Улар Стәрлебаш инкубаторынан килтерелгән. Теремек ҡошсоҡтар яңы урынға тиҙерәк өйрәнһен өсөн бинаның һауа температураһын, дымлылығын махсус автоматик система көйләй.

Саҡмағош районындағы элекке «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһы яҙмышы инвестиция сәғәтендә хәл ителде. Проект Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хупланды һәм өҫтөнлөклө статус алды. Республикала өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған. Ул тоҡомло мал, техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаясаҡ. Бөгөн производствола 60-тан ашыу кешегә эш урыны булдырылған.

Инвестиция программаһы сиктәрендә предприятие биналарын 240 миллион һумға төҙөкләндереү күҙаллана, проект 2027 йылға тиклем дауам итә. Әле ойошмаға 40 меңгә яҡын ҡош-ҡорт килтерелгән, улар әкренләп таҫы ла ртасаҡ. Тиҙҙән ҡошсолоҡ фабрикаһы халыҡ өсөн бройлер тауыҡтарын һата башлаясаҡ. Тимәк, республикала ҡош итенә ҡытлыҡ булмай.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ