Башҡортостанда теш протездарын етештереүҙә һанлы технологиялар файҙалана башлаған

Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология поликлиникаһы теш протездарын етештереүҙә һанлы технологиялар файҙалана башлаған. Табиптар бөтә пациенттарҙың да тиерлек теш моделдәрен компьютерға күсергән. Заман технологияһы протездарҙы етештереүҙә нисек ярҙам итә? Компьютер кеше хеҙмәтен алмаштыра алырмы? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.

Протез башта пациенттан күсерелеп алына, һуңынан компьютерға күсерелә. Һанлы моделде тикшереү һәм үҙгәртеү күпкә еңелерәк. Мәҫәлән, экранда коронканы 50 тапҡырға ҙурайтып ҡарарға мөмкин. Етешһеҙлектәр ошонда уҡ күренә.

Гипстан яһалған протез 10 йыл һаҡланыла, ваҡыт үтеү менән, ҡорой һәм сатнай башлай. Һанлыһы оҙаҡҡа системаға инеп ҡала. Шуға ла заманса мөмкинлектәр бик уңайлы, ти табиптар. Быға тиклем стоматологияла бөтә пациенттарҙың дә протездарын һаҡлау өсөн айырым бүлмә бүленгән булған. Һанлы технологиялар индерелеү менән, ул бушап ҡалған.

Медицина университеты стоматология поликлиникаһының тиҫтәләгән теш технигы эшләй. Коронкалар өсөн гипсты киптерә, кәрәкле формала ҡырҡа, шымарта. Бер белгес протезды 10 көнләп эшләһә, заман аппараты уны бер төндә әҙер итеп сығара. Тик һанлы технологиялар ҡул хеҙмәтен тулыһынса алмаштыра алмаясаҡ.

Теш протездарын етештереүҙә һанлы технологиялар поликлиникала ошо айҙа ғына файҙаланыла башлаған. Бөтә техниканы һатып алыу өсөн 4 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Белгестәр заман мөмкинлектәре менән үҙҙәре генә ҡулланып ҡалмай, студенттарҙы ла өйрәтә. Тик компьютер артына ултыртыр алдынан, уларҙың барыһы на ҡулдан протез эшләргә өйрәнеү мотлаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ