Яңы клубты ойоштороу тантаһында мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Дөйөм алғанда район буйынса 80-гә яҡын остаз пар иҫәпләнә. Улар киләсәк быуынды тәрбиәләү, һәләтле һөнәрмәндәр үҫтереү өсөн күп көс һала. Сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, илдә «Уҡытыусы һәм остаз йылы» тамамланыу алдында булһа ла, был мөһим йүнәлештә эш туҡтап ҡалмаясаҡ. Үҙ һөнәрен яратҡан, туған иленә тоғро малай-ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү эше дауам итәсәк.






