Салауат ҡалаһында ла ғәмәлдәге ил башлығының һайлауҙа ҡатнашыуын хуплайҙар. Ҡала сауҙа үҙәгендә мәғлүмәт майҙансыҡтары булдырылған. Владимир Путин кандидатураһына хуплау белдерергә була. Уға үҙен-үҙе күрһәтеүсе булараҡ ғинуар аҙағына тиклем 300 меңдән ашыу ҡултамға йыйырға кәрәк. Президент булырға теләүселәрҙе теркәү 10 февралдә тамамлана. Һайлау 15-17 мартта ойошторола.







