Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. Шулай уҡ Республика Башлығын, район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлау була. 69 территориаль, 3 мең 266 участка һайлау комиссияһы эшләйәсәк. Был көндәрҙә тәртип һаҡсыларына юғары әҙерлектә булырға кәрәк. Участкаларҙы һаҡлау, ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы эш алып барыу бурысы ҡуйыла, тине Радий Хәбиров Террорға ҡаршы комиссия ултырышында.







