Башҡортостанда “Атайсал” проектында ҡатнашҡандар 1,3 миллиард һум йәлеп иткән

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, хәрәкәттә 5,3 мең кеше ҡатнаша, улар 22 меңдән ашыу проектты тормошҡа ашырған. “Атайсал” 2021 йылда старт алды. Быйыл Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама райондары, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ағиҙел ҡалаларынан меценаттар айырыуса әүҙем булған. Социаль объекттар ремонтлау һәм төҙөү, парктарҙы тәртипкә килтереү, фестивалдәр ойоштороу кеүек мөһим проекттар тормошҡа ашырылған. “Атайсал”да ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәт. Ул беҙҙең берҙәмлек һәм көсөбөҙҙө сағылдыра”, - тип яҙа Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда “Атайсал” проектында ҡатнашҡандар 1,3 миллиард һум йәлеп иткән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ