БСТ каналында «ТӨНГӨ МӘКТӘП. Яңы йыл алдынан бер мажара» фильмы күрһәтеләсәк

БСТ каналында «ТӨНГӨ МӘКТӘП. Яңы йыл алдынан бер мажара» фильмы күрһәтеләсәк

Ринат менән Морат ҡараңғы мәктәпте ҡыҙырып, Айымдың башлығын эҙләй. Тик башлыҡты түгел, үҙҙәрен табалар. Балаларҙың хыялы, ынтылышы, көйөнөстәре һәм һөйөнөстәре хаҡында «ТАМЫР»ҙың Яңы йыл фильм-мюзиклы. «ТӨНГӨ МӘКТӘП. Яңы йыл алдынан бер мажара» тип атала ул.

- Беҙҙең мәктәптә уҡытыусы булып билдәле йырсы, журналист, актерҙар «эшләй». Хатта вахтерыбыҙ ҙа ҡәҙимге һаҡсы түгел, ижади йән, - ти «ТАМЫР» телеканалы директоры, фильмдың концепция авторы Гөлназ Ҡолһарина. - Быйылғы Яңы йыл фильмын мюзикл форматында төшөрөргә булдыҡ, сөнки йыр аша балаларҙы туған телгә йәлеп итеү отошлораҡ. Мюзикл өсөн байтаҡ ҡына яңы йырҙар яҙҙыҡ. Йондоҙҙар менән бергә «ТАМЫР» телеканалының йыр студияһы башҡара уларҙы. Ыҡсым ғына команда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сағыу һәм фәһемле фильм башҡарып сығара алды. Съемкалар барышында ярҙам ҡулы һуҙған дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт!

Фильмдың режиссеры һәм сценарий авторы Әҙилә Һунарғолова, ҡуйыусы операторы Руслан Бикбаев, башҡарыусы продюсеры Гөлназ Ишемғолова, операторы Шамил Кәримов, режиссеры Ләйсән Солтанғолова, ҡораусыһы Дамир Сәлимов - Рәсәй кимәлендә еңеүҙәр яулаған ысын профессионалдар. Төп ролдәрҙе уҡыусы балалар: Азамат Дилмөхәмәтов, Данил Ғәлимов, Әминә Аллабирҙина башҡарған. Фильмды күп локацияларҙа төшөргән ижади төркөм. Съемкаларҙың төп өлөшө Өфөлә1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияла үткән.

Фильмдың авторҙары уҡытыусылар ролен кемдәр башҡарғанын яҙырға рөхсәт итте. Билдәле актерҙар Хөрмәтулла Үтәшев, Урал Әминев, йырсы Гәлсәр Байғусҡарова, музыкант-мультиинструменталист Зәйнетдин, тележурналист Альбина Ҡасимханова, уҡытыусы-спортсы Заһир Әминев. Ә уларҙың ниндәй фәндән уҡытҡанын фильмды ҡарағас белерһегеҙ.

31 декабрҙә БСТ каналында 17.00, «ТАМЫР» каналында 22.00 сәғәттә ҡарағыҙ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ