Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша ҡатнашты. Бер быуат элек төҙөлгән иҫке бина урынына яңыһын республика етәксеһе төбәккә эш сәфәрҙәренең береһендә вәғәҙәләгәйне. Үҙәктә төрлө түңәрәктәр һәм ижади берекмәләр эшләйәсәк мәҙәниәт йорто, сәнғәт мәктәбе һәм китапхана урынлашҡан. Сәхнә һәм уңайлы тамашасылар залы, гример бүлмәһе, тренажер залы бар.
Яңы йыл алдынан шулай уҡ Иглин районы Оло Тәләк ауылында ла яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Ике бина ла «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса федераль һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлгән.
Радий Хәбиров белдереүенсә, быйыл төбәктә мәҙәни учреждениеларға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтелде. Өфөлә Ҡурсаҡ театрын, Баймаҡ районы Темәс ауылында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын төҙөкләндереү тамамланды. Шулай уҡ Милли йәштәр театры, Октябрьский сәнғәт колледжы, муниципаль китапханалар һәм башҡа учреждениеларҙа капиталь ремонт эшләнде.






