Тәүмаҡсат - Яңы йыл байрамдарында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Шишмә районындағы «Патриот» паркында Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссияның күсмә ултырышын уҙғарҙы. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, әле мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында Яңы йыл тамашалары үтә.
Район-ҡалаларҙа боҙ ҡаласыҡтары эшләнгән. Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды. Байрам сараларында ярты миллиондан ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Халыҡ күпләп йыйылған урындарға иғтибар һәм контроль көсәйтелә. Шулай уҡ Башҡортостан башлығы 2024 йылға министрлыҡ-ведомство һәм оператив хеҙмәттәр эшмәкәрлегенә бурыстар ҡуйҙы.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2023 йылда террорға ҡаршы комиссияның һөҙөмтәле эшләүен билдәләп, рәхмәт белдерҙе. Ултырышта ҡатнашыусылар «Патриот» паркы мөмкинлектәре менән танышты. «Авангард» уҡытыу-методик үҙәгендә булды. «Патриот» паркы селтәрен үҫтереү сиктәрендә Стәрлебаш районында беренсе филиал булдырылыуы билдәләнде, ул «2024 йылдың көҙөнә әҙер була», - тине төбәк етәксеһе. Ошондай уҡ объекттар Баймаҡ һәм Ҡыйғы райондарында ла ойоштороласаҡ.



