Йылдың ҡышҡы осоро юл эштәре өсөн иң ҡулай ваҡыт түгел. Әммә атап әйткәндә, һалҡын асфальт йылдың һәр миҙгелендә, шул иҫәптән ҡыш көндәрендә юл эштәрен башҡарырға мөмкинлек биргән материал.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙағы климат юлдарға кире йоғонто яһай, һауа температураһы даими үҙгәреп тороу һөҙөмтәһендә төрлө урындарҙа етешһеҙлектәр асыҡлана. Һуңғы осраҡ уҙған аҙнала Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында теркәлде. Асфальттың сафтан сығыуы дүрт тиҫтәләп автомобилдең тәгәрмәсе тишелеүгә килтерҙе. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы һәр осраҡ буйынса оператив саралар күрә.






