Йыл башынан республиканың суд приставтары һалым хеҙмәте менән бергә бюджетты 360 миллион һумдан ашыуға, башлыса, арестҡа алынған мөлкәтте һатыуҙан алған аҡса иҫәбенә тулыландырған.
Мәҫәлән, сираттағы рейд барышында бурысы булған биш автомобиль хужаһына арзан булмаған транспорт саралары менән хушлашырға тура килгән. Приставтар «БМВ Х6», «Рэйндж Ровер», «Ягуар», «Лэнд Крузер» һәм «Шевроле Тахо» автомобилдәрен тартып алған. Дөйөм алғанда, иномаркалар хужаларының 3 миллион һумдан ашыу һалым бурысы йыйылған. Арестҡа алынған мөлкәт хаҡ ҡуйылып һатыуға сығарыла, унан килгән аҡса һалым бурысын ҡаплауға йүнәлтеләсәк. Бындай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн, ведомство хеҙмәткәрҙәре һалымды яңы йылға тиклем түләргә кәңәш итә.






