Башҡортостанда Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы тағы ла дүртәүгә артты

Йәмәғәт ойошмаһының яңы ағзаларын ҡабул итеү Халыҡ-ара кино көнө сиктәрендә үтте. Йыл да декабрь аҙағында билдәләнгән дата быйыл Арыҫлан Мөбәрәковтың 115 йыллығына арналды. Ошо уңайҙан халыҡ иғтибарына режиссер Яков Протазановтың «Салауат Юлаев» фильмы күрһәтелде.

1940 йылғы картиналағы милли герой образын тап Арыҫлан Мөбәрәков һынландырған. Әйткәндәй, СССР-ҙың халыҡ артисына арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәләре тотош республика район-ҡалаларында ла үтә. Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музейында Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған «Ябай ҙа ул, бөйөк тә...» исемле күргәҙмә эш башланы. Экспозиция үҙәгенә Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы Марсэн Мөхәмәҙиевтың шәхси коллекцияһында һаҡланған уникаль фотоһүрәттәр сығарылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ