Сарала авиация ветерандары ла ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Денис Чернавин илдең юғары наградаһы - «Алтын Йондоҙ» менән бүләкләнеүселәрҙең береһе. Геройҙың тыуған мәктәбендә БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова булды.
Уҡыусылар өсөн генә түгел, тотош ил ғорурлығы ул. Тыуған мәктәбендә Рәсәй Геройын алҡышлап ҡаршы алдылар. Юғары дәрәжәгә эйә булыуға ҡарамаҫтан, бындай иғтибарға күнекмәгән яҡташыбыҙ уңайһыҙланыуын йәшермәй. Тыйнаҡ һәм итәғәтле икәнлеген класташтары һәм уҡытыусылары иҫбатлай. Ә бит полковник Денис Чернавиндың хеҙмәт кенәгәһендә 500-гә яҡын хәрби осош һәм йөҙләгән дошман техникаһын юҡ итеү тураһында яҙыуҙар бар.
Денис Чернавин атаһының эҙе буйынса хәрби штурман һөнәрен һайлай. Әле ул хәрби осоусы, полк командиры, полковник. Махсус хәрби операцияла Денис Чернавин беренсе көндәрҙән алып, унда яҡташыбыҙ «Аллигатор» Ка-52 вертолетында хеҙмәт итә.
Уның фотоһы алтаҡтала башҡа алтын миҙал алыусылар менән бергә эленеп тора. Иптәштәре хаҡында хәстәрлек күреү, туғандарса өндәшеүе - был сифаттар мәктәп йылдарында ла Денис Чернавинға хас булды, ти геройҙың синыфташтары. Әткәйндәй, улар ҙа батырлыҡ дәресе ҡунаҡтары булды.
Рәсәй Геройы менән бергә асыҡ дәрестә авиация ветерандары, шулай уҡ хакимиәт вәкилдәре ҡатнашты. Һәр класс уҡыусылары замандашыбыҙ менән иҫтәлеккә фото төшөргә ашыҡты.
Мәктәптә лә, хәрби училищела ла Денис Чернавин тик “бишле” билдәләренә генә уҡый. Уҡыусыларға ул һәр ваҡыт белемде камиллаштарырға һәм үҙ һөнәреңдә яң яҡшыһы булырға теләне.
Әлфинә Килдейәрова






