Республика йәмәғәтселеге билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Ришат Миндияровты һуңғы юлға оҙатты. Хеҙмәттәшебеҙгә ни бары 57 йәш ине. Күренекле журналист менән хушлашырға Башҡортостан башлығы хакимәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, башҡа рәсми вәкилдәр килде.
Ысын шәхескә халыҡ һөйөүен аңлатыу өсөн артыҡ һүҙҙәр ҙә кәрәкмәй. Танылған радио һәм телевидение журналисы, Ришат Фәтхенислам улы Миндияров менән хушлашырға йыйылған халыҡ өсөн Телеүҙәк бинаһы алдындағы майҙан тар булды. Эфир йондоҙо менән хушлашырға уның яҡындары һәм дуҫтары, оҙаҡ йылдар дауамында дуҫтарына әүерелгән геройҙары ла йыйылды.
Ришат Миндияровтың исеме 90-сы йылдар башында башҡорт журналистикаһында яҡты йондоҙ булып балҡыны. Яғымлы тауышлы, мөләйем журналист тәүҙә Башҡортостан радиоһы, һуңынан телевидениела төрлө популяр проекттары менән танылыу яуланы.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе булып эшләгән осоронда Ришат Миндияров яңылыҡ эҙләп республиканың һәм илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә юлланды. Ниндәй генә темаға тотонһа ла, Ришат Миндияровтың ҡәләме уның ҡулынан килмәгән эше булмауын күрһәтте.
2016 йылдан алып Ришат Миндияров «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радио хеҙмәтен етәкләне. Инде олпат журналист йәштәргә эш тәжрибәһен ихлас тапшырҙы.
Ришат Миндияровтың ғаилә тормошо ла күркәм ине. Тормош иптәше, «Тамыр» телеканалының баш мөхәррире Резеда Миндиярова менән улар ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Хеҙмәттәшебеҙҙең әле атҡарылмаған эштәре, ижади пландары күп ине. Ҡыҙғанысҡа, уның кешеләргә һәм тормошҡа сикһеҙ һөйөү менән тулы йөрәге тибеүҙән иртә туҡтаны. Иҫәндәргә Ришат Фәтхенислам улының донъялыҡта башҡарған изге эштәрен, башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы үҫешенә индергән өлөшөн баһалайһы ҡалды.
Гөлдәриә Йосопова






