Республикала үткән ижади теләктәр шыршыһы балаларҙың хыялдарын үтәй

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҡыусыларҙың ҙур сәхнәлә сығыш яһау теләге ҡабул булды. Улар йырланы, бейене, шиғыр һөйләне. Акция республикала өсөнсө йыл уҙғарыла. Быйыл проектта меңдән ашыу бала ҡатнашҡан.

Республика төбәктәрендә йәшәүсе уҡыусылар театрҙарға спектаклдәр ҡарай, яңы йыл тамашаларында ҡатнаша. Бөрөнән Әминә исемле ҡыҙ иһә актер Арсений Поповтан афтограф һораған. Ойоштороусылар Мәскәүҙә йәшәүсе актер менән бәйләнешкә сығып, баланың был теләген бойомға ашырған. Үҫмер юл-транспорт ваҡиғаһында ата-әсәһен юғалтҡан. Акцияны ойоштороусылар һаулыҡ мөмкинлеге сикле ҡыҙҙы актер менән осраштырырға ла вәғәҙәләне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ