Республикала быйыл 66 миллиард һумлыҡ 130-ҙан ашыу инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлаған. Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы белгестәре бизнесҡа ярҙам итә. Инвесторҙарға төҙөлөш өсөн ер сауҙа үткәрелмәйенсә бирелә, ҡайһы бер проекттар өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелә һәм һалым льготалары тәҡдим ителә. Эшҡыуарҙарға уңайлы булһын өсөн буш майҙансыҡтар буйлап виртуаль тур эшләнгән. Әле 400-гә яҡын биләмәне онлайн ҡарарға була.




