Халыҡҡа Яңы йыл бүләге. Балаҡатай районы Урғалы ауылында заманса модулле табип амбулаторияһы асылды. Беренсел медицина звеноһын модернизациялау Сәләмәтлек милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылды. Төбәк халҡы шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Урғалылағы модулле заманса табип амбулаторияһы 6 ауылдан 2263 кешегә тәғәйенләнә. Бина яңы технология буйынса ҡоролған. Медицина учреждениеһын асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы видеобәйләнеш аша тәбрикләне.
Табип амбулаторияһында пациенттарҙы ҡабул итеүгә һәм дауалауға бөтә шарттар тыуҙырылған. Балалар табибы, стоматолог, терпавет кабинеттары эшләй.
Тәүге пациенттар араһында махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир ҙа бар. Уны интернет бәйләнеше аша кәрәкле белгескә яҙҙылар. Яугир тиҙ арала тейешле дауалау курсы алып, яңынан ил һағына баҫасаҡ.
Табип амбулаторияһында ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген акушер Татьяна Борисова даими кәҙәтеуҙә тотасаҡ . Был өлкәлә ул дүрт тиҫтә йылдан ашыу тәжрибә туплаған.
Дауалау учреждениеһында прививка һәм процедуралар эшләтеү өсөн дә айырым уңайлыҡтар ҡаралған. Амбулатория заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, яңы экг аппараты, дефебрилиатор ҡайтарылған. Температураһы булған пациенттар ҡыҙыл зона аша айырым ишектән йөрөйәсәк. Бында сменаһына 15 пациент дауаланасаҡ.
«Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә быйыл республикала 5 модулле фап, 5 дөйөм практика табип офисы, 9 табип амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылған. Яңы объекттарҙың өсәүһе төньяҡ -көнсығыш зонала Балаҡатай районында урынлашҡан.
Яңы асылған медицина учреждениеһын халыҡ Яңы йыл бүләге булараҡ ҡабул итте.
Башҡортостан Башлығы ярҙамы менән төпкөлдәге Урғалы ауылында яңы шарттарҙа социаль обьект эш башланы. Бында 13 медицина хеҙмәткәре кешеләр сәләмәтлеге һағында торасаҡ.
Урғалылағы модулле табип амбулаторияһы 2 ай эсендә ҡоролған. Район үҙәгенән 50 саҡрымда урынлашҡан медицина учреждениеһында халыҡҡа сифатлы беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеләсәк, диспансер күҙәтеүе, вакцинация үткәреләсәк. Табип амбулаторияһы асылыуы төбәктә демографик хәлде лә яҡшыртасаҡ тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова



