50 йыл бергә. Өфөнөң Киров районы ЗАГС-нда Альбина менән Айҙар Шаммазовтарҙың алтын туйы уҙҙы. Улар икеһе лә бер курс айырма менән генә Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыған. Әммә яҙмыш юғары уҡыу йортон тамамлағас осраштырған.
Ғаилә башлығы нефть университетын бөткәндән һуң аспирантурала белемен камиллаштырған һәм артабанғы ғүмерен дә юғары уҡыу йорто менән бәйләгән. Егерме йыл вуз ректоры вазифаһында эшләгән.
Ике тапҡыр Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты итеп һайланған. 76 йәшлек уҙаман әле лә тынғы белмәй, ул Өфө ҡала Советы депутаты.
Бәхетле пар ике ул үҫтергән. Алтын туйҙары менән тәбрикләргә ейәндәре килде. Музыкаль ҡотлау менән Нәзифә Ҡадирова менән Ғәли Алтынбаев сығыш яһаны. Кейәү менән кәләш алтын вальс өйөрөлдө.






