Баймаҡта һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн яңы йыл иртәлеге уҙҙы

Шыршы байрамы. Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн яңы йыл иртәлеге уҙҙы. Сарала 100-гә яҡын бала ҡатнашты.

Байрам йола буйынса театрлаштырылған тамаша менән башланды: әкиәт геройҙары балалар менән бергә яуызлыҡҡа ҡаршы торҙо һәм, әлбиттә, еңеү яуланы. Халыҡ ижады үҙәгн артистары әҙерләгән “Тылсымлы аждаһаның ҡайтыуы” исемле яңы йыл тамашаһы һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Балалар Ҡыш бабайға шиғыр һөйләне, йырланы, ә ул кескәйҙәрҙе тәмлекәстәр менән ҡыуандырҙы, фотоға төштө. Шулай уҡ байрамға килгән һәр балаға ҡаланың инвалидтар ойошмаһы яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы.

2024 йыл республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Уға ярашлы инвалидтарға күп яҡлы ярҙам сараларын ойоштороу күҙ уңында тотола.

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ