Яңы йылға хәйриә тамашаһы. Башҡортостан дәүләт концерт залында Өфөлә йәшәүсе балаларға Яңы йыл шыршыһы байрамы уҙғарылды. Тамашала баш ҡала райондарында йәшәүсе һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың - бөтәһе 800 ҙән ашыу бала ҡатнашты. Байрамға килеүселәргә бүләктәр таратылды, «Ҡыш бабай һәм ваҡыт ҡапҡалары» исемле яңы йыл әкиәте күрһәтелде.






