Президент Владимир Путин Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменә Яңы йыл менән ҡотлау ебәрҙе. - Был байрамды иң изге хистәр менән ҡаршы алабыҙ. Теләктәр ҡабул булһын, - тиелә Президент ҡотлауында. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустиндан да ҡотлау бар. - Уҙып барған йыл илебеҙ өсөн мөһим ваҡиғаларға бай булды. Ул беҙҙе тағы берләштерҙе. Ҡаршылыҡтарҙы үтергә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә өйрәтте. 2024 йыл уңышлы булһын, ныҡлы һаулыҡ теләйем, - тиелә ҡотлау хатында. Радий Хәбиров исеменә Президенттың Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да ҡотлау килде.







