Башҡортостан санкцияларға ҡарамаҫтан, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе яңы кимәлгә сығарҙы

Башҡортостан тураһында донъяла һөйләй башланылар. Был да Радий Хәбировтың биш йыллыҡ эшмәкәрлегенең тағы бер һөҙөмтәһе. Быйыл халыҡ-ара бәйләнештәр тағы ла яңы кимәлгә сыҡты. Ғәҙәти шарттарҙа булһа был дуҫлыҡҡа бәлки иғтибар ҙа итмәҫтәр ине, ләкин донъяуи сәйәси майҙан уйынсыларының барыһы ла тиерлек беҙҙең илгә арты менән боролған осорҙа һәр бер яңы ил менән булдырылған бәйләнеш тә ҡәҙерле.

Фото №1 - Башҡортостан санкцияларға ҡарамаҫтан, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе яңы кимәлгә сығарҙы

Ҡояшлы көндәге мең дуҫыңдан дауыл ваҡытындағы бер дуҫың да ҡәҙерле , тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Башҡортостан санкциялар, көнбайыш партнерҙарының китеүенә ҡарамаҫтан , сит илдәр менән мөнәсәбәттәр таба. Ҡытай, Иран, Ҡаҙағстан, Төркиә, Белоруссия, Абхазия, Үзбәкстан . Республика етәкселеге иҫке дуҫтарға яңы күперҙәр һалды. Юҡ, чиновниктар туризмы түгел. Төбәк башлығы һөҙөмтәһеҙ сәйәхәттәргә юл ҡуймаясағын һәм һәр эш сәфәренән һуң һөҙөмтәләр талап итәсәген белдерҙе. Гөлдәриә Йосопова һөҙөмтәләр тураһында.

Өфөлә Белоруссияның «Коминтерн» фабрикаһы магазины асылған тәрихи мәл. Эшлекле костюмдар тегеүҙә махсуслашҡан фабрика етештергән тауарҙар юғары дәрәжә биләгән ир-азаматтарҙың да зауығын ҡәнәғәтләндерерлек. Ике аралағы уңышлы хеҙмәттәшлекте дәлилләгән сауҙа нөктәһен асыу тәҡдимен төбәк башлығы йыл башында Белоруссияға эш сәфәре барышында белдергәйне. Ярты йыл үтеүгә Белоруссия бренды Өфөгә килде.

Беларусь Республикаһы менән хеҙмәттәшлек Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәрендә иң ышаныслы йүнәлештәрҙең береһе. Был йәһәттән 2023 йыл айырыуса һөҙөмтәле үтте. Ғинуарҙа Белоруссияға эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы төбәк-ара хеҙмәттәшлекте төрлө өлкәләрҙә нығытыу тураһында һөйләшеү алып барҙы. Үҙ-ара авиабәйләнеште әүҙемләштереү, Башҡортостанда сәнәғәт өлкәһендә берлектәге предприятиелар ойоштороу, һәр тарафта эшлекле мөнәсәбәттәрҙе алға сығарыу бурыстары ҡуйылды.

Дуҫтар ауыр саҡта һынала. Көнбайыш илдәре Рәсәйгә бер-бер артлы санкциялар иғлан иткән осорҙа, Рәсәй менән Белоруссия төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барлай. Башҡортостан менән Гомель өлкәһе парламенттары араһында әҙерләнгән ике яҡлы килешеү ҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа ышаныслы аҙым буласаҡ.

Эшлекле мөнәсәбәттәрҙең төплө ҡануниәткә нигеҙләнеүе мөһим шарт. Февралдә Башҡортостан парламенты ағзалары Гомель өлкәһенә барып закондар сығарыуҙа хеҙмәттәшлек юлдарын барлап, төбәктең иҡтисади ҡеүәттәрен дә өйрәнде.

Беҙҙең мөнәсәбәттәр бер-беребеҙҙе хөрмәт итеү, ике яҡ өсөн дә отошло хеҙмәттәшлеккә ҡорола. Был йәһәттән башҡа юлдар юҡ, бер кем дә үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймай, әлбиттә.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе

Дәүләтебеҙ етәксеһе Александр Лукашенко әйтеүенсә, Рәсәй менән Башҡортостан беҙҙең өсөн иҡтисади бәйләнештәр, экспортты үҫтереү мөмкинлеге. Бөгөнгө санкция шарттарында Рәсәйҙә лә, Белоруссияла ла экспорт продукцияһын сығарыуҙың яңы юлдарын эҙләргә тейешбеҙ.

Владимир Привалов, Гомель ҡала башҡарма комитеты рәйесе

Июнь аҙағында Рәсәй менән Беларусь төбәктәренең Өфөлә үткән 10-сы юбилей форумы ике ил төбәктәре өсөн экспорт ҡына түгел, берлектәге хеҙмәттәшлектең башҡа юлдары ла киң һәм өмөтлө булыуын күрһәтте.

Башҡортостандың Минск автомобиль заводы менән берлектә эшләнгән электр транспорты ла ике республиканың уңышлы хеҙмәттәшлеге емеше. Өфөлә йыйылған уңайлы заманса транспорт Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумында юғары баһаланды.

Башҡортостанда өс көн дауам иткән форум бизнес һәм власть, төрлө тармаҡ предприятиеларын таныштырып, хеҙмәттәшлеккә килтереүсе эшлекле майҙанға әйләнде. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың 60-лап төбәге ҡатнашҡан форум һөҙөмтәләре буйынса дөйөм суммаһы 110 миллиард һумлыҡ 100-ҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Йыл башында нигеҙ һалынған»Амкодор-Ағиҙел» предприятиеһы Башҡортостанда Республика көнө алдынан асылды. Белоруссияның «Амкодор» холдингының инвестиция проекты булған завод игенде урып-йыйғандан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ һәм асфальт-бетон заводтары өсөн метал конструкциялар етештереүгә тотондо.

Йыл дауамында республика етәкселегенең туғандаш илдәргә рәсми эш сәфәрҙәре аныҡ ҡарарҙар һәм проекттар менән тамамланды. Республика көнөндә Өфөнөң Ағиҙел ярында Абхазияның баш ҡалаһы Сухумиҙағы кеүек мөһабәт колоннада төҙөләсәк урын билдәләнде. Ике республиканың ҡаҡшамаҫ дуҫлығын һынландырған архитектура объекты Өфөнөң 450 йыллығына асыласаҡ.

Башҡортостан башлығының Абхазияға эш сәфәре барышында әйтелгән тәҡдимен туғандаш республика вәкилдәре лә хупланы. Өфө колоннадаһының нигеҙ ташы Абхазия Президенты Аслан Бжания ҡатнашлығында һалынды.

Башҡортостан БДБ илдәренән Ҡаҙағстан менән Үзбәкстан, алыҫ сит илдәрҙән Иран һәм Ҡытай менән хеҙмәттәшлек ептәрен дә эҙмә-эҙлекле нығыта. Иран дәүләте менән үҙ-ара эшлекле мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеү мәсьәләләре тураһында Башҡортостан башлығы быйыл яҙ Ислам республикаһында һөйләшеүҙәр алып барҙы. Әлегә Иран менән йыллыҡ тауар әйләнеше 100 миллион долларға етһә, киләсәктә был күрһәткесте бер нисә тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйылды.

Йыл аҙағында Өфөлә «Иртәгәнән һуң. Эшҡыуарлыҡ күҙлегенән» тигән халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы республиканың әүҙем тышҡы иҡтисади партнерҙарын бер майҙанға йыйҙы. Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә, Иран - барлығы 21 ил вәкилдәре киләсәккә ҡараш ташлап, иҡтисади үҫеш юлдарын барланы, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек потенциалы юғары кимәлдә булыуын билдәләне.

Беҙ бындағы шарттар менән таныштыҡ, юғары технология менән эшләүсе компаниялар бар, электр ҡорамалдарын етештереү отошло буласаҡ тип һанайбыҙ.)

Хан Линь Цай, Электротехник ҡорамалдар етештереү компанияһы президенты, Ҡытай
Башбат

Йылдың һуңғы сәғәттәрен һанағанда Башҡортостандың тышҡы бәйләнештәренә ҡағылған тағы ла бер әһәмиәтле ваҡиға тураһында әйтмәү мөмкин түгел. Ул да булһа Башҡортостанға Белоруссияның символы булған зубрҙарҙың ерегеүе. Республикаға Белоруссиянан йыл башында килтерелгән хайуандарға декабрҙә тағы ла туғыҙ баш өҫтәлде. Хайуандарҙың «Мораҙым тарлауығында» төпләнгән беренсе партияһы тиҙ арала Башҡортостанды үҙ иткән.

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ