Республикала бығаса булмаған күләмдә юлдар һәм үткәүелдәр төҙөлә, ләкин бына шул күләмле төҙөлөштәр арҡаһында баш ҡала быйыл ҙур бер автомобилдәр тығынына әйләнде лә инде. Бигерәк тә Зинин ауылы янындағы тимер юлы аша үтеп йөрөүселәр өсөн тығындар баш бәләһенә әйләнде. Халыҡ эшкә барыу, ҡайтыу өсөн генә ике сәғәт ваҡытын сарыф итә ине. Һәм ниһәйәт был мәшхәр ҡурҡыныс төш кеүек кенә хәтерҙә ҡаласаҡ. Тимер юлы үткәүеле аша күпер файҙаланыуға тапшырылды. Илдар Байбулатов яңы юлдарҙы барланы.
Әйтерһең дә, Яңы йыл Нуғай ауылында бер аҙнаға иртәрәк башланған. Әммә төнгө күктәге фейерверк байрам хөрмәтенә түгел. Ә урындағы кешеләр үткәүел асылыуына шулай ҡыуана. Ысынлап та, Зинин ауылы эргәһендәге объекттың сафҡа инеүен Нуғай, Аҡбирҙе, Ҡарамалы һәм башҡа ауылдарҙа йәшәүселәр түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Сөнки тимер юл аша йөрөүселәр сәғәттәр буйы тығындарҙа торорға мәжбүр ине. Хәҙер дүрт һыҙатлы күпер автомобиль хәрәкәтен һиҙелерлек бушатты.
Зинин үткәүеле Өфөләге транспорт коридорының дауамы. Быйыл да «Көньяҡ ҡапҡа»лағы төҙөлөш юғары тиҙлек менән барҙы. Пугачев урамын реконстукциялау менән бер рәттән, юл айырсаһының һуңғы урҙаһы ҡоролдо. Ә Зәйнәб Биишева урамында яңы юл үткәргес сафҡа инде. Бынан тыш, Көнсығыш сығыу юлы асылыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Тоннель осонда яҡтылыҡ күренде, асфальтлы автомобиль юлы һәм эстакадалы күпер төҙөлдө.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә юл төҙөүгә бығаса күрелмәгән иғтибар бүленә. Шуларҙың береһе Башҡортостанды үҙ эсенә алған М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһы. Бөгөнгә төҙөүселәр ер ҡаҙыу һәм коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороу буйынса эште тамамлаған. Тиҙ йөрөшлө магистралдең Дүртөйлө - Әшит участкаһында Ағиҙел аша уникаль күпер ҙә төҙөлә.
Яңы трасса өсөн бер үк ваҡытта 55 күпер һәм юл үткәргес төҙөлә. Бөгөнгә республикалағы участканың әҙерлеге 30 проценттан ашыу. Магистраль сафҡа ингәндән һуң Өфөнән Мәскәүгә 4 сәғәткә тиҙерәк барып етергә мөмкин. Киләһе йыл аҙағында хәрәкәтте башлау өсөн хеҙмәткәрҙәр тәүләк әйләнәһенә эшләй.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда иң насар тороштағы автомобиль юлдарын ремонтлауҙы күҙ уңында тотҡан программа эшләй башланы. Бының өсөн 4 миллиард һум бүленде. «Был башланғысты кешеләр хуплап ҡабул иткәнен күрәм. Шуға ла финанс күләме киләһе йылға тағы ла 1 миллиард һумға арттырыла», тине Башҡортостан башлығы. Билдәле булыуынса, был программаға ике тиҫтә йыл дауамында ремонт күрмәгән юлдар индерелә.
Иң насар тороштағы юлдарҙан айырмалы быйылдан Өфө урамдарындағы хәүефһеҙлек өсөн яһалма интеллект яуап бирә. Система транспорт ағымы көсөргәнешлеген иҫәпкә алып светофорҙарҙың йәшел һәм ҡыҙыл уттарының оҙайлығын көйләй. Был үҙ сиратында тығындар барлыҡҡа килеү ихтималлығын, тимәк автомобилдәрҙең нигеҙһеҙ тотҡарланыуын кәметә.
Перспективалы проекттарға килгәндә, киләһе йыл Өфө - Ырымбур трассаһының Стәрлетамаҡ - Ергән участкаһы киңәйтелә башлай. Шулай уҡ баш ҡала үҙәгендә трамвай юлдарын яңырыу көтә. Сибай - Яңы Рудный тимер юлы ла Ҡытай менән араларҙы яҡынайтып, сауҙа һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә ҙур мөмкинлек бирер тип көтөлә.
Быйыл Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 209 киломерҙан ашыу юл ремонтланған. Шулай уҡ 7 күпер норматив хәлгә килтерелгән. Юл төҙөүселәр алдында киләһе йылға тағы ла етдирәк бурыстар ҡуйыла. Владимир Путин да ышаныслы транспорт артериялары Рәсәй өсөн стратегик әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Шуға ла юл төҙөлөшө өлкәһендәге пландар тулыһынса тормошҡа ашырыласаҡ.
Илдар Байбулатов



