Уларҙың 6-ы ҡыҙ һәм дүртәүһе малай. Сабыйҙарҙың ата-әсәләрен социаль селтәр аша республика башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне. Төбәк етәксеһе,ш улай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт һүҙҙәре еткереп, аҡ халатлылар эш көндәрендә һәм байрамдарҙа ла үҙ эшен сифатлы һәм ихлас башҡара, тип билдәләне. Баш ҡала перинаталь үҙәге баш табибы өсөн дә байрам көндәре ғәҙәти эш режимында үтә. Бөгөн ул дежурҙа 10-сы Яңы йылын ҡаршы алды.
Баш ҡаланан тыш, Өфөнөң клиник перинаталь үҙәге республиканың 16 районын хеҙмәтләндерә. Алина Ғиззәтуллина бала табыу өсөн Борай районынан килгән. Уның сабыйы Яңы йылдан 3 көн алда донъяға кидлгән. Бәхетле әсә бөгөн дауахананан ҡайтарылды.






