Еҙ, әтәс, сиған һәм электр самауырҙары. Баш ҡалала уҙған «Терра Ҡыш» фестивале сиктәрендә самауырҙар бәйгеһе үтте. Унда Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән шәхси коллекционерҙар, йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары, район хакимиәттәре ҡатнашты. Совет майҙанында боҫлап ҡайнаған самауыр сәйен БЮТ ижади төркөмө лә ауыҙ итте.
Күгәрсен районы бәйгегә 40-ҡа яҡын самауыр алып килгән. Улар араһында бер быуатлыҡ тарихлы, алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә тапшырылғандары ла бар. Сәй янына оҫтабикәләр милли аш-һыу, ҡамыр аштары ла әҙерләгән.
Геүләп, боҫ сығарып ҡайнап ултырған самауырҙың ниндәй генә төрө юҡ. Оҫталар урында уҡ ҡайын туҙы, ағас ҡуҙы ярҙамында сәй ҡайнатып, ҡала халҡын һыйлай. ”Самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы” тип һамаҡлап та ала. Бәйгегә килтерелгән һәр самауырҙың үҙ тарихы бар.
Самауыр фестиваленә Башҡортостанда күпләп йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре йыйылған. Удмурттар сәй табынына картуф һәм ҡамырҙан әҙерләнгән перепеч аҙығын килтерһә, марыйҙар ит йәки эремсек менән тултырылған билмән бешергән. Шулай ҙа иң бай табынды Ғафуриҙар әҙерләгән
Фестивалгә шулай уҡ Мәскәү ҡалаһынан ҙур самауырҙар килтергәндәр, улар бәйгелә ҡатнашмай. Конкурста ҡатнашыусы 36 майҙансыҡ араһынан жюри ағзалары еүеңселәрҙе билдәләй.
Фестивалгә килеүсе ҡунаҡтар өсөн ҡайнар сәй, милли уйындар, үҙешмәкәр коллективтарҙан концерт программаһы әҙерләнгәйне. Ә иң яҡшы самауырсы 150 мең һум күләмендә приз менән бүләкләнде.
Лилиә Мәҡсүтова






