Республикала Спорт һәм һаулыҡ декадаһы дауам итә

Яңы йыл байрамдарында төбәктә 500-ҙән ашыу физкультура сараһы үтеүе көтөлә. Йылдың беренсе көнөндә баш ҡалала һигеҙенсе тапҡыр Вәғәҙәләр уҙышы үтте. Спорт сараһы шарттарына ярашлы, унда ҡатнашыусы һәр кем үҙ-үҙенә һүҙ биреп, вәғәҙәһен йыл дауамында үтәргә тейеш.

Вәғәҙәләр йүгереүселәргә беркетелгән номерҙарға яҙылды, уларҙы башҡа ҡатнашыусылар ҙа күрә алды. Бар донъяла популярлыҡ яулаған сара баш ҡаланың өс майҙансығында үтте. Спортсылар үҙәк урамдар буйлап 2 саҡрымдан ашыу араға йүгерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ