Инновацион үҫеш: Ни өсөн Башҡортостан үҙен Евразияның фәнни-мәғариф үҙәге тип таныта

Төҫ-башын үҙгәртеп фото эшләп ҡарамаған кеше ҡалманы быйыл. Яһалма интеллект ярҙамында яһалма йөҙҙәр менән интернет киңлектәре тулды. Статистика буйынса быйыл тотош донъяла иң күп ҡулланылған һүҙ тап яһалма интеллект булған.

Башҡортостан да киләсәккә амбициоз ниәттәр менән йәшәй. Күскенселәрҙән алып космосҡа тиклем. Был маҡсаттарҙы беҙ Мәскәүҙә үткән «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумда асыҡ күрһәттек. Бер мөйөштә башҡорт халҡының үткәнен сағылдырған саралар, милли байрам, ғөрөф-ғәҙәттәр күрһәтелһә, экспозицияның уртаһында йыһан карабы урын алғайны. Был иһә республиканың юғары технологиялар өлкәһендәге башланғыстарына, уңыштарына ишара.

Милли асылыбыҙҙы һаҡлау яҡшы күренеш, ә киләсәк ниндәйерәк булыр? Ни өсөн Башҡортостан үҙен Евразияның фәнни-мәғариф үҙәге тип таныта? Әлфинә Килдейәрова киләсәккә сәйәхәт ҡылды.

Сопло ҡатнашманы өҙмәй һәм ҡуйыртмай ғына тигеҙ ҡатламдарға һала. 3д принтер буласаҡ акушерлыҡ пунктының стенаһын күтәрә. Төҙөүселәр ҙә талап ителмәй, прораб та. Бинаны тулыһынса сафҡа индереү өсөн ни бары өс көн етә. Һөҙөмтәлә бер ниндәй йөйө, ярығы булмаған бер бөтөн фельдшер -акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын принтерҙа баҫтырыуҙа ғалимдар бер нисә өҫтөнлөктө билдәләй. Атап әйткәндә, 180 квадрат метрлыҡ бинаны күтәреү өсөн ике кеше- оператор һәм ҡатнашма эшләүсе генә талап ителә, сүп-сар юҡ кимәлендә. Төп төҙөлөш ингредиенты - баркрафт составын сер итеп тоталар, әле ул тик Мәскәүҙә һәм Өфөлә генә етештерелә.

Бинаның эске дизайнын уйлап табыуҙы яһалма интеллектҡа ышанып тапшырырға мөмкин. Нейроселтәр төрлө идеяларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә ала. Белгестәр төрлө ресурстарҙа ҡулланылған 20 миллиард һүҙҙе анализлағандан һуң, тап Яһалма интеллект һүҙбәйләнешен үтеп барған йылдың иң популяр һүҙе тип тапҡан. Ул үҫешкән, беҙҙең тормошҡа тәрәнерәк ингән һайын, был терминды һәм нейроселтәрҙәрҙе ҡулланыу ҙа йышая. Яһалма интеллект хатта дәүләт башлығының күсермәһен эшләп үҙе үк һорау ҙа генерациялаған.

Кешеләр генә түгел, тотош ҡалалар быйыл яһалма интеллект күҙлегенән һүрәтләнде. Өфөнө нейроселтәр ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә күрә, Башҡортостандың атҡаҙанған баш ҡалаһы икәнлеген ҡыҙҙың ҡуйынындағы һыуһар ғына белгертеп тора.

Стәрлетамаҡ студенттары ла заман трендынан ҡалышмай. Аҡыллы баштар нейроселтәр ярҙамында уйындар, уҡытыусылар өсөн онлайн-платформалар уйлап тапҡан. Тиҙҙән яһалма интеллект тулыһынса үҙ аллылыҡ яулап кешеләр менән идара итә башламаҫ тимә.

Нейроселтәр эҙәрмән дә. Был ысын кешеләрҙә һынап ҡаралған. Махсус программа ҡуйылған коптер маскировка костюмдары һәм урман араһында йәшенгән 18 кешенең 16-һын эҙләп тапҡан. Башҡортостандан «ҠурАй» командаһы уйлап сығарған асыш Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылып, 100 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

Заман шарттары республиканы авиатөҙөүселәр төбәге итте. Быйыл Башҡортостанда махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн меңдән ашыу дрон етештерелде. Өфөлә квадрокоптер менән идара итергә өйрәтеү буйынса тактик үҙәктәр асылды. Вертолет тибындағы БАС-200 аппараты, үҫемлектәрҙе һиптереүсе агродрон йыйыла башланы. Иң мөһиме, республикала пилотһыҙ осоу аппараттарын эксплауатациялау буйынса эксперементаль хоҡуҡи режим ғәмәлдә.

Нефть, газ торбаларын, баҫыу-урмандарҙы күҙәтеү өсөн. Авиатөҙөүселәр ҡалаһы икәнлеген Күмертау йәнә иҫбатлай. Бында студенттар дрондар ярҙамында электр линияларын тикшерә башланы.

Быйыл ауыл ерендә эшләүсе ғалимдарға грант иҫәбе йәнә 150-гә артты. Шулай уҡ йыл һайын 10 колледж 1 миллион һум еңә аласаҡ. Әле респубикала 18 технопарк, заманса лаборатория һәм оҫтаханалар эшләй.

Беҙҙең сюжет геройы - киләсәк ғалимы. Ул фән, инновациялар мәккәһендә йәшәй, химия һәм йыһан аппараттарын төҙөү өлкәһендә яңылыҡ индереү өҫтөндә эшләй. Ә был киләсәккә тап бөгөн нигеҙ һалына. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге барлыҡҡа килеүе, вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөүе, фәнде, алдынғы мәғарифты үҫтереүгә һалынған көс һәм ресурстар күскенселәрҙе лә йыһанға күтәрәсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ