Киләсәк геройҙары әлбиттә бөгөн тәрбиәләнә. Улар әле мәктәптәрҙә парта артында әлифба өйрәнә, иҫәп-хисап үҙләштерә, Һәм уларҙың ысын геройҙар булып китере өсөн өлкән ағай -апайҙар бар шарттар булдыра. Әйткәндәй, киләсәк балалары хәҙер әлифба ғына түгел, бер юлы бер нисә телде өйрәнә. Мәктәптәр ҙә полилингваль. Быйыл ғына Башҡортостанда өс полилингваль белем усағы файҙаланыуға тапшырылды һәм ике ошондай уҡ күп профилле класс барлыҡҡа килде.
Әлбиттә, урта белем биреү мәктәптәре лә иғтибарһыҙ ҡалмай. Арифметика теле менән әйткәндә һуңғы йылда республикала 77 мәктәп бинаһы төҙөкләндерелгән. Быға тиклем ошо маҡсатта 600 миллион һум аҡса бүленһә, һуңғы ике йылда 6 миллиард ярым һум йүнәлтелә. Был күләм быға тиклем булғаны юҡ. Мәғариф өлкәһе ҡаҙаныштарын Азат Ғәлиуллин барланы.
Полилингваль мәктәптәрҙә тәнәфес тә башҡаса. Еҙ ҡыңғырау урынына оҙон коридорҙарҙа ҡурай моңо яңғырай. Башҡортса йүнәлеш алған Өфөнөң Дим биҫтәһендәге мәғариф учреждениеһында уҡыу-уҡытыуҙар ҙа 5 сит телдә ойошторолған. Рус ҡыҙы Полинаға ла уҡытыусы башҡортса өндәшә, ә ул аңлап инглизсә яуап бирә.
Башҡорт теле дәресен мәҫәлән, ике уҡытыусы бергә алып бара. Береһе үҙебеҙсә, икенсеһе шул уҡты халыҡ-ара телдә аңлата. Башҡортса аралашҡандарға инглизсә өйрәнеү бер ни түгел. Өндәрҙең оҡшашлығы үҙе үк булышлыҡ итә. Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып эш башланған 2-се «СМАРТ» республика полилингваль гимназияһы бөгөн төбәктә алдынғылар исемлегендә. Рәсәй кимәлендәге Халыҡ-ара мәғариф форумының тап ошо мәктәптә үтеүе тағы ла дәрәжәһен арттырҙы.
Заман мәғариф системаһы тап туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәтелгән. Республикала 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәүен иҫәпкә алғанда, Башҡортостан Рәсәйҙә беренселәрҙән булып полилингваль белем биреүгә нигеҙ һалды. Бөгөн төбәктә ошо йүнәлештә 8 мәктәп эшләй. Уларҙың икәүһе - Өфөлә, берәүһе - Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта. Яңы уҡыу йылы башында Хәйбулла районы үҙәгендә һәм Учалы ҡалаһында тағы ике мәктәп үҙ ишектәрен асты. Шулай уҡ Мишкә ауылының 2-се мәктәбе һәм Сибай гимназия-интернаты полилингваль дөйөм белем биреү ойошмалары итеп үҙгәртелде. Киләһе йыл Тәтешле, Бишбүләк районы мәктәптәре, Баймаҡ лицей-интернатының яңыса эш башлауы көтөлә.
Полилингваль мәктәптә теүәл фәндәр ҙә туған телдәрҙә алып барыла. Ошо рәүештә үҫеп килеүсе быуында әсә теленә иғтибар һәм телһөйәрлек уятыла. Мишкә районы үҙәгендәге мәктәптә уҡыу-уҡытыу дүрт программа буйынса, шул иҫәптән, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ бар кластарҙа ла уҡытыла.
Кириллица менән яҙып-өйрәнгән 5-се класс балаларына иероглиф ауыр бирелә. Шуға ҡарамаҫтан сит тел йәш быуында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки һәр дәрес үҙенең бай йөкмәткеле. Бында инде Ҡытайҙа белемен камиллаштырған уҡытыусының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Мәктәптә күләмле уҡыу эшмәкәрлеген алып барырлыҡ бөтә уңайлыҡтар, уҡыусыларҙың ижады өсөн күп функциялы коворкинг киңлектәре һәм шарттар булдырылған. Стәрлетамаҡ полилингваль мәктәбендә генә ике меңдән ашыу бала уҡый. Белем биреү ҙә бер сменала «тулы көн» режимында ойошторолған.
3D һәм голография кластары, малай-ҡыҙҙар өсөн махсус йыһазландырылған хеҙмәт кабинеттары ул уҡыу-уҡытыу процессына ингән төп саралар. Ә коридорҙарға урынлаштырылған интерактив ҡомлоҡ, интерактив таҡта иһә балаларҙың уйын ҡомарын түгел, киреһенсә фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Йә иһә уҡыусыларға тәнәфес араһында ла маҡсатлы тәрбиә алыу мөмкинлеге бар.
Әлбиттә, яңы йүнәлештәге мәктәптәр асылыуы алдынғы ҡарашлы уҡытыусыларға ла ихтыяжды арттыра. Уҡытыусылар үҙҙәре лә үҙ имиджы өҫтөндә эшләй.
Башланғысҡа нигеҙ һалынған да инде. Республикала ике юғары уҡыу йортонда полилингваль мәктәптәр өсөн махсус белгестәр әҙерләнә. Өфө фән һәм технологиялар университеты был йәһәттән махсус кафедра булдырып ҡына ҡалмай, төрлө проекттарҙа ла уңышлы сығыш яһай. Бөгөн Европа телдәре менән бергә, 6 көнсығыш теленән уҡытыу ойошторолған.
Республика Уҡытыусы һәм остаз йылын юғары күтәренкелек менән тамамлай. Мөғәллимлек абруйын арттырып ҡына ҡалмай, федераль программа ярҙамында 29 муниципалитетта 77 мәктәп капиталь төҙөкләндерелә. 2023 йыл белем усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыу менән бергә, автобуслы ла итте. Йыл башынан республикала 10 белем усағы файҙаланыуға тапшырылған. Тағы ла шунса киләһе йыл асылыр тип көтөлә.
Әлбиттә, иғтибар тематик йыл менән генә сикләнмәйәсәк. Системалы эш Яңы йылда ла дауам итә. Шул иҫәптән республикала күҙәтелгән уҡытыусыларға ҡытлыҡ мәсьәләһе. Ул мәктәп кимәлендә үк хәл ителәсәк. Йүнәлтмә буйынса юғары белем алған белгескә тыуған мәктәбендә эшләү мөмкинлеге бирелә.
Азат Ғәлиуллин



