Яңы йылдың тәүге ике көнөндә янғында 6 кешенең ғүмере өҙөлдө

Күңелһеҙ осраҡтар Благовар, Туймазы, Шишмә һәм Асҡын райондарында теркәлгән. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдары, мейес менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу бәләгә килтергән.

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында билдәләнде. Алдан иғлан ителеүенсә, республикала байрам көндәре осорона янғынға ҡаршы айырыуса режим индерелде, иҫкәртеү саралары көсәйтелде. Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла профилактик эш штаб форматында алып барыла, тәү сиратта, белгестәр хәүеф төркөмөнә ингән граждандарға аңлатыу эше уҙғара. 30 декабрҙән алып ҡына 2 меңдән ашыу рейд уҙғарылған, 30 мең кеше иҫкәртелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ