Өфө ҡалаһының янғын һағы идаралығы үҙенсәлекле рейдтар ойоштора

30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем белгестәр опека һәм попечителлек органдары менән берлектә янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында күп балалы ғаиләләргә барҙы. Киров районының Заречное баҡсасылар ширҡәтендә уҙған рейдта БЮТ ижади төркөмө лө ҡатнашты.

Балаларға - татлы бүләктәр, ололарға - янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы. Баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр янғынға ҡаршы ғәҙәти инструкцияға күнеккән. Яңы йыл байрамдары айҡанлы рейдҡа Ҡыш бабай ҙа ҡушылды. Әкиәт персонажы рейд составына осраҡлы ғына инмәгән, уйын һәм бүләктәр ярҙамында Ҡыш бабай балаларҙы ут менән эш итеү ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртте.

Рейдтың маҡсаты граждандарҙың иғтибарын янғындың киң таралған сәбәптәренә йүнәлтеү - ул ут менән һаҡһыҙ эш итеү, тәмәке тартыу һәм алкоголде артыҡ ҡулланыу, электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу. Күңелһеҙ статистика тап яңы йыл каникулдары ваҡытында бәхетһеҙ осраҡтарҙың артыуы тураһында һөйләй.

Ҡарлы-буранлы һауа торошона ҡарамай, рейд һөҙөмтәле үтте. Өфө ҡалаһының янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүсе барлыҡ күп балалы ғаиләләрҙә булды, кескәйҙәргә байрам кәйефе таратты, ололарға һәр ваҡыт уяу булырға кәрәклеген иҫкәртте. Байрамдар осоронда бындай иҫкәртеү саралары ҡаланың бөтә райондарында ойошторола.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ