Бөрө районы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында бер-нисә йыл рәттән уңышлы ҡатнаша

Былтыр программа сиктәрендә 14 проект хупланып, тормошҡа ашырылған. Быйыл йәмәғәт биләмәләрен үҫтереү өсөн 19 проект яҡланасаҡ: тәҙрә алмаштырыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ҡорау, мәғариф учреждениелары тирә-яғын кәртәләү, юлдарҙы тәртипкә килтереү, ауыл клубтарын ремонтлау. Бөрө ҡалаһы Калинин урамының 25-се йортонда йәшәүселәр 1-се «Айгөл» балалар баҡсаһына, ә 8-се март урымының күп фатирлы йортонда йәшәүселәр иһә ҡаланың 7-се «Улыбка» балалар баҡсаһындағы юлдарҙы тәртипкә килтереү тәҡдиме менән сығыш яһай.

Күпселек халыҡ ҡаланың 7-се балалар баҡсаһында юлдарҙы тәртипкә килтереү тәҡдимен индерҙе. 900 йөҙ мең ярымдан ашыу суммаға брусчатка алынған. Уны түшәүгә сығымдар талап ителә. Беҙҙең һәммәбеҙҙә проект хуплау табыр һәм тормошҡа ашырылыр тигән ышаныс көслө.

Елена Самойлова, Бөрөлә йәшә үсе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ