«Башҡорт-Белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты дауам итә

Былтырғы кеүек үк, быйыл да мең ярым пенсионер Белоруссияның тарихи урындары, мәҙәни объекттары менән танышып ҡайтасаҡ. Экскурсия программаһы, ялда булған туристарҙың тәьҫораттары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проектында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ «Дудутки» боронғо халыҡ кәсептәре музей комплексында экскурсияла булып, Белоруссияның мәҙәниәте менән яҡындан танышты. Көмөш йәштәгеләрҙе көршәк яһау сәнғәте, ағас, тимер эшенә, туҡыусылыҡҡа өйрәттеләр. Яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәктән дә ауыҙ итеү мөмкинлеге булды. Бай тарихлы республика буйлап ойошторолған 8 көнлөк сәфәр һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған.

Былтыр яҙғыһын Өфө менән Минск араһында авиабәйләнеш тергеҙелгәс тә, мең ярымдан ашыу пенсионер проект буйынса бәхетле билетҡа эйә булды. Экскурсия программаһына ярашлы, өлкән йәштәгеләр Белорус тракторы йыйылған заводта ла булған, уларҙы ҡеүәтле техника производствоһы менән таныштырғандар.

«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проекты старт алғас та яҡташтарыбыҙҙа оло ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Туроператорҙар ғаризаларҙы рәсми сайт аша ҡабул иткән. Быйыл да квота шул уҡ кимәлдә һаҡлана. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы йүнәлештәр асыу планлаштырылған.

Былтыр проект буйынса Абхазия, Санкт-Петербург, Мәскәүгә ойошторолған пилот турҙар был йүнәлештәргә ихтыяж юғары булыуын күрһәтте. География киңәйеүе - ҡыуаныслы күренеш. Белгестәр ҙә бит хаҡлы ялдағыларҙың психологик хәлен яҡшыртыуҙа сәйәхәттәрҙең айырыуса мөһимлеген билдәләй. Оҙаҡ йәшәү сере - ыңғай кисерештәр алыуҙа һәм хәрәкәттә.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ