Тарихи датаға бәйле Өфө ҡалаһы тарихы музейы 450 экспонаттан торған тематик күргәҙмә әҙерләй

Быйыл республиканың баш ҡалаһы оло юбилейын ҡаршылай. Тарихи датаға бәйле Өфө ҡалаһы тарихы музейы 450 экспонаттан торған тематик күргәҙмә әҙерләй, биләмәнең үҫешенә арналған архив документтар, фотоһүрәттәр, көнкүреш әйберҙәре менән урындағы халыҡ, бағыусылар уртаҡлашҡан. Учреждение етәкселеге билдәләүенсә, уникаль коллекция июндә киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарыла.

Өфө ҡалаһы тарихы музейы 2019 йылда ойошторолғайны. Экспозициялар заманса мультимедиа ҡорамалдары менән йыһазландырылған дүрт залда урынлашҡан. 16-17 быуаттарҙан алып бөгөнгө заманға тиклем биләмәнең үҫеш тарихы менән танышырға мөмкин. Сәнәғәт, иҡтисад, сәйәси бәйләнештәр өлкәләрендә ҡаҙаныштар, мөһабәт архитектуралар күрһәтелә. Музей ишектәре Яңы йыл байрамдарында ла асыҡ, экскурсиялар квест форматында ҡала буйлап та үтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ