Мәктәп телевидениеһы «Мәктәп инициатив бюджеты» конкурсында ҡатнашып грант отҡан. Конкурста республика мәктәптәренән бөтәһе 219 проект ҡатнашып уларҙың 144-е еңеү яулаған. Грант аҡсаһына телевидениеға кәрәкле ҡорамалдар, телевизор, камера һатып алынған.
Уҡыусылар быға тиклем материалдарҙы үҙ телефондарына төшөрһә, хәҙер уны яҡшы сифатта эшләү мөмкинлеге булдырылған. Ижади ҡарашлы йәштәр өсөн әле белем усағының бер бүлмәһендә студия төҙөлә. Өлкән класс уҡыусылары социаль йүнәлешле видеояҙмалар төшөрә, мәктәп һәм район кимәлендә үткән төрлө сараларға йөрөп репортаждар әҙерләй һәм социаль селтәргә һала, төрлө мессенджерҙар аша тарата. Уҡыусылар Балтас районының тәбиғәте, турист маршруттары тураһында ла материалдар әҙерләйәсәк.






