“Башҡортостан – спорт, туризм, мәҙәниәт һәм сәләмәтлек биләмәһе”. Республикала яңы йыл каникулында ошондай исем аҫтында саралар ойошторола. Яңы йыл календары менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға була. Өфө халҡы өсөн бөгөн Ҡышҡы һабантуй үтте. “Терра ҡыш” фестивале барышында Совет майҙанында Самауыр байрамы ойошторолдо. Сарала төрлө район һәм ҡалаларҙан вәкилдәр ҡатнашты. Улар халыҡты тәмле сәй менән һыйланы, уйындар үткәрҙе. Бүздәк районы вәкилдәре лә Самауыр байрамына килгән. Ғафури ауылы мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Светлана Вәлиева һөйләй.
Иртәгә Өфөлә Ҡарһылыуҙар парады үтә. Яңы йыл каникулында республика райондары һәм ҡалаларында ла мәҙәни-спорт саралары ойошторола.









